«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалында Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға Миңлеғәле Шайморатов миҙалы һәм хәрби хәрәкәтәр ветераны таныҡлығы тапшырылды.
За кадром: Махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 12 яугирға Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары, өсөһөнә хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды. Бындай саралар бик кәрәк, сөнки бер яугир ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш тип белдерҙе «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.