Өфө хосписында «Матурлыҡ Бүлмәһе» асылды

Өфө хосписында «Матурлыҡ Бүлмәһе» асылды

Бында дауаланыусылар һәм уларҙың яҡындары уңайлы шарттарҙа ирекмән-оҫталарға мөрәжәғәт итеп, сәс-тырнаҡтарын тәртипкә килтерә ала. «Мәрхәмәтлек»проекты сиктәрендә ойошторолған сараны асыу тантанаһында Каринэ Хәбирова ҡатнашты.

"Матурлыҡ бүлмәһе"н «Өфө хосписы» БАШҠОРТОСТАН ФИЛИАЛЫНЫҢ попечителлек советы Рәйесе Каринэ Хәбирова һәм хоспистың кескәй тәрбиәләнеүсеһе асты.

Хоспистағы процедуралар араһында был, моғайын, иң кәрәклеһе һәм иң күңелгә ятҡаны булыр, ти Туймазы ҡалаһынан 16 йәшлек ҡыҙын дауалауға алып килеүсе ханым.

Ҡайһы бер балалар бында айҙар буйына йәшәй, күптәре әсәләре менән бергә яталар. Үҙеңде тәртипкә килтереү – гигиена талабы, һәр кемгә лә кәрәкле ғәмәл, ти ирекмән-парикмахерҙар.

Өфө хосписы ҡарамағында ауыр, дауалап булмаҫлыҡ сирле меңләгән бала һәм өлкәндәр. Малай-ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттарҙа булдырырға тырышалар.

Был эш Башҡортостан православ ҡатын-ҡыҙҙары берлегенең «Мәрхәмәтлек» проекты ярҙамында республика башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Үҙҙәрен йорттарындағы кеүек тойһондар ине, ти Өфө хосписының баш табибы Оксана Кузовкина.

Ярҙам һорамайынса ла ярҙам итә белеү — дауалау учреждениеһының төп бурыстарының береһе. Битараф булмаған эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәр ярҙамы менән йыл ярым эсендә бында ҙур эш башҡарылған.

Медицина, социаль һәм психологик ярҙамдан тыш, Өфө хосписында хәҙер эстетик ярҙам да күрһәтеләсәк. Матурлыҡ бүлмәһенең тәүге эш көнө бьюти-процедураларҙың бик кәрәкле булыуын күрһәтә. Ә тантаналы асыу хөрмәтенә Башҡорт академия опера һәм балет театры артистары тәрбиәләнеүселәр өсөн концерт та ойошторҙо.