Радий Хәбиров Башҡортостандағы “Бурсервис” һәм “Туймазытехуглерод” предприятиеларының яңы етештереү линияларын асты.
Старт биреү тантанаһы видеобәйләнеш аша Өфөлә үҙ эшен башлаған Бөтә Рәсәй Сәнәғәт форумы сиктәрендә булды. Эшлекле сараға илдең егермеләп төбәгенән шулай уҡ Ҡытайҙан һәм Беларусь республикаһынан вәкилдәр килгән. Башҡортостан сәнәғәт тармағында алдынғы төбәк һәм партнерҙар һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша тиелде форумда. “Беҙ сәнәғәт сәйәсәте буйынса өсөнсө йыл рәттән беренсе урында ышаныслы һаҡлап киләбеҙ”, тине үҙ сығышында Республика Башлығы.