Кузнецов Затоны “Мәскәү” тығындарында ултыра

Кузнецов Затоны “Мәскәү” тығындарында ултыра

Өфө халҡы Кузнецов затонында бер-нисә километрға һуҙылған тығындарға зарлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бында ҡатмарлыҡтар Пугачев урамын реконструкцияға ябыу менән башланды. Хәл ҡар яуыу менән тағы ла киҫкенләште. Иртә һайын меңәрләгән кеше бер, ә ҡайһы саҡ, ике сәғәтлек тығындарға эләгә.

Ирина Газиян улын мәктәпкә алып барыр өсөн көн һайын өйҙән ете тулмаҫ элек сығып йүгерә. Башҡаса булмай, ун минутҡа һуңыраҡ сығыу юлды тағы ярты сәғәткә оҙайтыу тигән һүҙ. Тығындар Кузнецов затоны биҫтәһендә бик иртә башлана. Мәктәпкә тиклем 20 минутлыҡ юл. Иртәнсәк был арауыҡ сәғәт ярымға һуҙыла, ти Ирина.

Кузнецов затоны биҫтәһе аша иртә һайын меңәрләгән автомобиль үтә. Урындағы халыҡтан тыш ошо юл буйлап Аҡ Иҙел баҡса ширҡәте, Шамонино, Бурцево ауылдары, Карпово, Нeғай, Шмидтово, ҡасабалары халҡына йөрөргә тура килә. Яндекс картаһы мәғлүмәттәре буйынса, тығындар Геофизиктар урамынан уҡ башланып, Академик Ғатауллин урамына, артабан Назар Нәжми бульварына тиклем һуҙыла.

Назар Нәжми урамында көн дә бер үк хәл күҙәтелә. Водителдәр әйтеүенсә, ошо бер км оҙонлоғондағы арауыҡты үтер өсөн яртышар сәғәт тығындарҙа торорға тура килә.

Шул уҡ ваҡытта Солнечногорский урамы ла тулыһынса ҡамауға эләгә. Тығындар Пугачев урамына, Дуҫлыҡ монументына тиклем барып етә. Һөҙөмтәлә, водителдәр иртәрәк сығыуға ҡарамаҫтан, барыбер бер-нисә сәғәткә хәрәкәт сикләүенә эләгә.

Бында ҡатмарлыҡтар Пугачев урамын реконструкцияға ябыу менән башланды, ти урындағы халыҡ. Хәл ҡар яуыу менән тағы ла киҫкенләште. Тығындарҙа еңел автомобилдәр ҙә, йәмәғәт транспорты ла торорға мәжбүр.

Пугачев урамын реконструкциялау 2022 йәйендә башланғайны. Ул Көньяҡ ҡапҡалары проекты сиктәрендә башҡарыла. Быйыл август аҙағында генерал Рыленко үткәүеле асылды. Пугачев урамының бер өлөшөн иһә һаман ябыҡ ҡала. Әммә бөтмәҫ тығындарҙан арыған халыҡ, ремонт барған юл буйлап та йөрөргә баҙнат итә, ошоноң менән хәлде тағы ла киҫкенләштерә генә. Ҡала хакимиәте төҙөлөш дауам итә, тип белдерҙе. План буйынса яҡын арала Дуҫлыҡ манументынан алып Бельская тиклемге яңы юлды асыу.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөлөшкә ҡамасаулаған ике йорт хужалары менән уртаҡ ҡарарға килә алмау сәбәпле, Пугачев урамын асыу 2025 йылға тиклем тотҡарлана.