Башҡортостанда “Көслө кешеләр” проекты старт алды

Башҡортостанда “Көслө кешеләр” проекты старт алды

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау буйынса проект старт алды. “Көслө кешеләр” тип аталған башланғыс төрлө йәрәхәттәр алып ҡайтҡан яугирҙәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙыра.

Роман Мәғәсумовтың “Көслө кешеләр” проекты сиктәрендә тәүге күнекмәһе. Ул тәжрибәле тренер Никита Григорьев етәселегендә шөғөлләнә. Роман махсус хәрби операцияға былтыр үҙ теләге менән китә, әммә ҡаты йәрәхәттән һуң кире әйләнеп ҡайтырға тура килә. Проект хаҡында ишетеү менән тәүгеләрҙән булып ҡатнашыу теләген белдерә.

«Көслө кешеләр» проекты хәрби хәрәкәт ветерандарын спорт аша көнкүрешкә яраҡлаштырыуға һәм социалләштереүгә йүнәлтелгән. Ул шәхсән оҙатыуҙа, һәүәҫкәр көс спорты менән шөғөлләнеү ярҙамында демобилизацияланған махсус хәрби операция ҡатнашыусыларын реабилитациялауҙы, спортсыларҙың республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыуын һәм клиник психолог менән консультация алыуҙарын күҙ уңында тота.

2024 йылдың 1 ноябренән 2025 йылдың 31 мартына тиклем проектта ҡатнашыуға ғариза биргән 200 хәрби хеҙмәткәр биш юғары квалификациялы тренер етәкселегендә ике күнекмә циклы үтәсәк һәм Башҡортостан республикаһы пауэрлифтинг милли ассоциацияһының төбәк турнирҙарында ҡатнашасаҡ.

Ярыштар 30 ноябрҙә – 1 декабрҙә Салауатта һәм 1-2 мартта Өфөлә үтә. Һәүәҫкәр спортсылар бер нисә дисциплинала көс һынаша. «Көслө кешеләр» проектын бөтә Рәсәй буйлап таратырға мөмкин ти ойоштороусылар.

Әлегә хәрбиҙәр ошондай бәләкәй залда шөғөлләнергә мәжбүр.Әммә киләсәктә ойоштороусылар иркен бинаға күсергә ниәтләй. Бының өсөн улар, төрлө грант алыу буйынса конкурстарҙа ҡатнаша.

Ике ҡатлы иҫке йорттоң подвалында урынлашҡан залда шөғөлләнеү менән генә туҡтап ҡаламай тәжрибәле тренерҙар, улар хәрбиҙәр өсөн онлайн рәүештә лә күнекмәләр алып бара.

Проектты финанслау Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Проектта ҡатнашыусылар физик күнегеүҙәрҙе дөрөҫ башҡарыу техникаһын өйрәнеүҙән тыш, кәрәкле белем һәм практик күнекмәләр аласаҡ. Был уларға артабан үҙ аллы тренерлыҡ, һәүәҫкәр спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт йәшәү рәүеше менән мауығырға һәм йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып йәшәргә ярҙам итәсәк. Ә турнирҙарҙа ҡатнашыу уларға еңеүгә һәм йәшәүгә ынтылыш арттыра тип ышана ойоштороусылар.