Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин Өфөнөң Урмансылар паркында 6 йәшлек баланың йәрәхәтләнеү осрағын тикшереүҙе шәхсән контроленә алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хәл октябрь аҙағында була, малай парктың төҙөлөп бөтмәгән балалар ҡаласығы биләмәһендә уйнаған ваҡытында ҡоролманың нығытылмаған өлөшө уның битенә бәрелә һәм яңағын һындыра. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бала шым ғына илай. Хатта әсәй ҙә әлеге ваҡытта баланың ни тиклем етди йәрәхәт алғанын аңламай.
Малайҙы башта ҡаланың 17-се дауаханаһына алып киләләр. Унда кескәй пациенттың өс урындан яңағы һынғанын асыҡлап, шунда уҡ республика балалар клиник дауаханаһына күсерәләр.
Район хакимиәте Урмансылар паркында булған хәл тураһында ишетеү менән, йәмәғәтте был биләмәлә реконструкция барғаны тураһында алдан киҫәттек, тип белдерҙе. Ата-әсәйҙәр имеш бындай майҙансыҡта уйнауы хәүефле икәнен аңларға тейеш.
Кемдәр ғәйепле икәнен хәҙер тәфтишселәр тикшерә. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Малайҙың әсәһе әйтеүенсә, баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн кәм тигәндә ярты йыл ваҡыт талап ителәсәк. Баланың яңағына махсус пластина беркетелгән. Уны бер нисә ай йөрөтөргә тура киләсәк. Зыян күреүсе малайҙың ата-әсәһе яуаплылыҡтан баш тартмай, әммә бәүелсәктең беркетелмәгән ҡоролмалары бала күҙенән йәшерелеп ҡуйылһа, бындай күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолорға мөмкин булыр ине тигән фекерҙә.