Миловка ауылы ирекмәндәре яугирҙәребеҙгә ярҙам итә

Миловка ауылы ирекмәндәре яугирҙәребеҙгә ярҙам итә

Өй аштары, үләнле сәй һәм төрлө тәмлексәтәр, бәлештәр. Өфө районының Миловка ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға аҙыҡ-түлек тупланмаһын әҙерләй. Яҡын арала ул гуманитар ылау яугирҙәребеҙгә оҙатыласаҡ.

Әле Элмира Шәкүрова һуған киптерә. Шулай уҡ, һарымһаҡ, сөгөлдөр, кишер, картуф һәм башҡа йәшелсәне. Уларҙан ҡатындар хәрбиҙәр өсөн төрлө аштар: борщ, рассольник, борсаҡ, һалма ашы, тағы ла бутҡалар әҙерләй.

Эш туҡтамай. Элмира Шәкүроваға Миловка ауылы халҡы ла ярҙамлаша. Ирекмәндәр аҙыҡ-түлек килтергән һәр кемгә шат. Ҡатын билдәләүенсә, киптерелгән йәшелсә күләмен юғалта, мәҫәлән биш тәрилкә аш әҙерләр өсөн бер ҡапсыҡтай йәшелсә кәрәк. Ай һайын ҡатындар махсус хәрби операция биләмәһенә 2 мең ярым порция оҙата. Яу яланындағы яҡташтарыбыҙ посылкаларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала һәм рәхмәттәрен еткерә.

Ләйсән Мөхәмәтйәрова печенье бешереп ебәрә. Уның тәмлекәстәре үҙенсәлекле һәм оҙаҡ һаҡлана. Печеньены һәр бер посылкаға һалалар.

Ирекмәндәргә Тамара Кишкова ла ярҙам итә. Пенсионерҙың улы хәрби офицер, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонда взвод командиры булып алыша. Әлеге ваҡытта яраланыу сәбәпле ялға ҡайтҡан. Тамара Николаевна көн дә йәшеренеү селтәрҙәре үрергә килә. Сөнки, уларҙың береһе улының ғүмерен һаҡлап ҡалған.

Миловка мәҙәниәт йортонда майшәмдәр ҙә эшләйҙәр. Ҡыш етеү менән улар бик кәрәк. Николай Булучев иһә еңел тоҡанып китһен өсөн майшәмдәрҙе камиллаштырған.

Николай Борисовичтың ҡатыны ла ярҙам итә. Нина Михайловна башҡа ирекмәндәр менән бергә йәйгеһен үк кәнсир һауыттарҙы әҙерләп ҡуйған. Иң мөһиме тимерҙә ҡағыҙы һәм парафин ҡалырға тейеш түгел, ти ул. Сөнки, янғын сығыуы ихтимал.

Миловка ирекмәндәренең эше күптән яйға һалынған һәм бер-нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. Ҡайһы берҙәре өйҙәрендә эшләй – ойоҡбаштар бәйләй, яҫтыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тегә.

Бер йыл эсендә “Миловка ышаныслы тыл” ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә 180 селтәр оҙатҡан. Хәҙер ирекмәндәр оҫтарып та алған, селтәрҙе бер көн эсендә үреп тә ҡуялар. Бында ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, ти ханымдар. Аралашыу үҙенә күрә йән дауаһы ла, тип билдәләй ирекмәндәр.