Халыҡҡа ярҙам. Стәрлетамаҡ районының Покровка ауылы халҡы бер нисә йыл эсәр һыуһыҙ интегә. 2023 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ваҡытындағы мөрәжәғәттән һуң ғына был мәсьәлә урынынан ҡуҙғала. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында.
Сәй яратҡан кешегә таҙа һыу мөһим ти Покровка ауылында йәшәүсе Юрий Карамзин. Кран аҫтынан эсергә яраҡлы һыу аҡҡас бер ни уйламай сәйнүк тә ҡайнатырға мөмкин.
2015-се йылда программа буйынса һыу үткәргес төҙөү эштәре башлана. Әммә йорттарға ул бары бер ҙә килеп етмәй.
Яңы һыу үткәргесте төҙөү, унан һыу ебәреү процесын тиҙләтеү буйынса инициативалы төркөм дә булдырыла. Уларҙың әүҙем эшмәкәрлеге төрлө инстанцияларға мөрәжәғәттәр еткерелә. ...
Чиновниктар тупһаһын тапап арыған халыҡ 2023-сө йылда Республика Башлығы менән тура бәйләнешкә сыға һәм яңы төҙөлгән һыу үткәргестә һыу булмауына зарланып ауыл халҡы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә.
“Боҙ” шунда уҡ урынынан ҡуҙғала. 1 йыл эсендә булмаған һыу ҙа табыла, һыуүткәргесм тә тулы ҡеүәтенә эшләй башлай.
Покровка ауылы халҡы яңы һыу үткәргескә тиклем һыуҙы урамдағы ошондай ҡойоларҙан алырға тейеш булған. Хәҙер яҡшы сифатлы һыу булғас ҡойонан һыу алған кеше юҡ.
Анатолий Коржаков тыуғандан бирле был ауылда йәшәй. Йортонда төрлө-төрлө гөлдәр үҫтерергә ярата. Улар иғтибарҙы талап итә ти хужа. Сәскәләргә лә таҙа һыу һибергә кәрәк, юҡһа улар төрлө ауырыуҙарға бирешеп барыусан.
Покровка ауылында йәшәүсе 150 йорт-ихатаға таҙа һыу бирелгән.