Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙа.Шулай уҡ республика яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлөшөнә лә федераль ярҙам аласаҡ. Радий Хәбиров алдағы 3 йылда Президент программаһы буйынса 88 белем усағында капиталь ремонт башҡарыласағы хаҡында ла хәбәр итте. Был маҡсатҡа 7 миллиард һум бүленә. “Программа һәм уны балалар баҡсалары, урта профессиональ белем биреү өлкәһенә киңәйтергә ҡарар итеүе өсөн Владимир Путинға рәхмәт белдерәбеҙ” тиелә яҙмала. Федераль проект сиктәрендә республикала 3 йылда 146 мәктәп бинаһы ремонтланған.
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөүгә федераль бюджеттан 2,4 миллиард һум аҡса бүленә
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөүгә федераль бюджеттан 2,4 миллиард һум аҡса бүленә