Өфөлә «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы

Өфөлә «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы

Батыр йөрәкле балалар һәм ҡыйыулыҡ талап иткән һөнәр эйәләре. Тантанала тиҫтәгә яҡын герой балалар, кадеттар, хеҙмәтендә батырлыҡ күрһәткән ҡотҡарыусылар, уларҙың эшен яҡтыртыусы журналистар төркөмө билдәләнде. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала.

4 йәшлек Ася төҫлө ҡәләмдәр менән сағыу һүрәттәр төшөрөргә ярата. 3 йыл элек үлем тырнағынан ҡотолоп ҡалғанын сабый хәҙер белмәй ҙә. Уның ғүмере 11 йәшлек апаһы ҡулында була.

Тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе 1 йәшлек Асянаң ғүмере Анна-Элизаның ҡыйыу хәрәкәттәренән тора. Нимә эшләргә кәрәклеген әсәһе телефон аша аңлата. 15 минутта табибиптар килеп еткәндә сабыйҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә була. Дауаханала 18 сәғәттән Ася үҙе тын ала башлай. Ә ошо көндәрҙә ҡыйыу ҡыҙ Анна-Элиза Ванюшкинаны «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә тәбрикләнеләр.

Фестивалдә батыр йөрәкле, кәрәк ваҡытта ҡыйыулыҡ күрһәтеп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған үҫмер балалар бүләкләнде. Шамил Фазлыев һәм Артур Фионов йылғала батып барған ҡыҙҙарҙы ҡотҡарам, тип үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуялар. Береһен сығарып өлгөрә егеттәр, икенсеһен һыу төбөнән таба алмайҙар.

Күрһәткән батырлыҡтары өсөн үҫмерҙәр бөгөн илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде. «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале быйыл 16-сы тапҡыр үтте.

Тантанала, йәмғеһе, тиҫтәгә яҡын герой-бала, кадеттар, хеҙмәтендә батырлыҡ күрһәткән ҡотҡарыусылар, улар эшен яҡтыртҡан журналистар билдәләнде. Был исемлектә хеҙмәттәштәребеҙ Рәсәй -24 каналы етәксеһе Денис Васильев һәм яңылыҡтар хеҙмәте продюсеры Эльвира Ғәлина ла бар.

Быйыл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы наградаһы менән Рәсәйҙә 230 үҫмер бүләкләнгән. «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә эйә булыусы профессиональ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр ҙә бүләкләнде.

Һәр кем герой була ала. "Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо" фестивале лауреаттары үҙҙәренең ҡаҙаныштары һәм эштәре менән ошоно иҫбатлай. Иң мөһиме-башҡаларҙың бәләһенә битараф ҡалмау.