Өфөлә Октябрь революцияһы урамында барған күләмле реконструкция ваҡытында табылған экспонаттарҙан виртуаль музей ойошторалар. Бында һәр кем экспонаттар менән танышып, археологик ҡаҙыныу эштәрен ҡарай һәм элекке Оло Ҡазан урамы буйлап йөрөй ала. Музейҙа 18, 19 быуаттың Өфө артефакттары, Дворян Демидовтарҙың һауыт – һабаһы, балдаҡтар, француз фарфоры һәм башҡа экспонаттар ҡуйылған. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында.
Ун һигеҙенсе быуатта Рәсәйҙә бындай күркә һыны бик һирәк осрар булған. Элекке Оло Ҡазан урамындағы йорттарҙың береһендә табыла ул. Өйҙәге мейес биҙәге булған ти белгестәр. Хәҙер быуаттар үткәс, бөтөн ҡалған өлөшөн сканерлап, уның цифрлы 3D-копияһын булдыралар.
Һәр бер әйберҙе сканерлау бер сәғәттән ашыу ваҡыт ала. Был уникаль музей коллекцияһын тулыландырыу өсөн эшләнә. Музей, уның бөтә экспозицияһы кеүек, вертуаль рәүештә эшләнә. Әлегә был программа башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына бар.
Бер йыл буйына тарих факультеты студенттары төркөмө виртуаль залды архиологтарҙың табыштары менән тулыландыра . Проект Росмолодежь грантына лайыҡ була. Виртуаль музей булдырыу идеяһы 2023 йылдың йәйендә Өфө ҡалаһының юбилейына әҙерләнгән ваҡытта барлыҡҡа килә. Ул Октябрь революцияһы урамында төҙөкләндереү эштәре ваҡытында табылған артефакттарға таянып башҡарыла. Элек Оло Ҡазан урамындағы эштәр ваҡытында архиологтар асфальт аҫтында торлаҡ йорттарға юлыға. 18 быуат уртаһына ҡараған көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа табылдыҡтар хәҙер БДПУ -ның тарих факультеты бинаһында һаҡлана. Иҫке картала билдәләнгән урамды тапҡыр урынын ғалимдар ҡаҙыныу эштәренән һуң ғына асыҡлай.
Бөтә табыштар виртуаль музейҙа урын таба. Экспонаттар әлегә бер музейҙа ла ҡуйылмаған, эксклюзив рәүештә уларҙы килсәк архиологияһы виртуаль музейында ғына ҡарарға мөмкин.
Виртуаль музейҙа 3 бүлмә, экспонаттар менән танышыуҙан тыш ҡаҙыныу эштәре барған урындар буйлап йөрөргә лә мөмкин. Проектты эшкәртеүселәр алдында программаны оптималләштереү бурысы тора.
Ул саҡта ғына программаны асыҡ ҡулланыуға сығарырға мөмкин, шул иҫәптән мобиль версияһы ла буласаҡ. Әммә презентацияны кәм тигәндә яңы йылға тиклем кисектерергә тура килә. Виртуаль музейҙа әлегә 50 гә яҡын экспонат бар, киләсәктә уны тағы ла тулыландырыу ҡаралған.