Шишмә районында урынлашҡан “Патриот” паркында Республика башлығы бизнес-шерифтар менән осрашты.
Был институт 2019 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылғайны. Район-ҡалаларҙа эшҡыуарҙар мәсьәләләрен хәл итеү, бизнес башланғыстарына ярҙам күрһәтеү өсөн яуаплы улар. 5 йыл эсендә тап уларҙың ярҙамы менән республикаға 114 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. Ә Башҡортостан инвестиция климаты буйынса Милли рейтингында 16 баҫҡыстан 3-сө урынға күтәрелгән. Бында бизнес-шерифтарҙың да өлөшө ҙур тине Республика Башлығы.
Бизнес-шерифтарҙың оҙатыуында Башҡортостанда күрһәтелгән дәүләт ярҙамын файҙаланып эшҡыуарҙар аграр секторҙа, туризмда, сауҙала һәм башҡа өлкәләрҙә үҙ эшен асҡан. Тиҫтәләрсә мең яңы эш урыны булдырылған. Иң яҡшыларына Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.