Өфөлә автомобиль йыуыу пунктында булған ваҡиға буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылды

Өфөлә автомобиль йыуыу пунктында булған ваҡиға буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылды

Эшселәрҙең хеҙмәте менән риза булмаған клиент ғауға ҡуптара һәм 23 йәшлек егеттең башына бер нисә тапҡыр аяҡ менән тибә. Сервис хеҙмәткәре әле ауыр хәлдә дауаханала. Тулыраҡ мәғлүмәттәр киләһе яҙмала.

Клиент һәр ваҡытта ла дөрөҫ. Был һүҙҙәр менән килешергә лә мөмкин. Әммә, сит ил машинаһы хужаһы, автомобиль йыйыу станцияһында уға күрһәтелгән хеҙмәт менән риза булмайынса, тәүҙә тауыш күтәреп, һуңынан егеттәрҙең береһенә һөжүм итә. йәш кеше йығылғандан һуң да, водитель туҡтамай. Кирилл Хәмидуллин автомобиль йыуып, аҡса эшләргә тырышыуының ошондай хәл менән тамамланыуын күҙ алдына ла килтерә алмаған. Табиптар ҡулына эләккән йәш кешенең яралары шул тиклем ҡатмарлы була, операция үткәргәс, тик өс көндән һуң ғына ул туғандарын һәм яҡындарын таный алған.

Кирилл Хәмиҙуллиндың ҡасан ныҡлап һауығыуы тураһында әйтергә әле иртәрәк. Йәш кешене дауаханала әсәһе – Марина Хәмиҙуллина тәрбиәләй. Ҡатын камералағы яҙмаларҙы ҡайтанан ҡарарға көсө лә теләге лә булмауын еткерә. Шуныһы ла бар, Кирилл Хәмиҙуллинды туҡмаған ир быға тиклем ғауға тамамланғандан һуң, машинаһына ултырып, сығып китә. Күрәһең,ул йәш кешене ниндәй хәлгә төшөрөүен аңламаған, йә аңларға теләмәгән. Әммә, ул һуңынан адвокат яллап Кирилл ятҡан дауаханаға килә.

Сит ил машинаһы хужаһының исеме лә билдәле. Ул 33 йәшлек Илсур Шәмсиев. Быға тиклем полицияла эшләгән ирҙең ни өсөн клиникаға килеүе лә билдәле. Ул Кирилл хәмиҙуллин һәм уның ғаиләһенән ғариза яҙмауҙарын һораған. Тик ҡазаға тарыусы ғаилә бындай аҙымға бармаясаҡ. Илсур Шәмсиевтың яҡлаусыһы иһә килеп тыуған хәлде аңлатыуҙан бөтөнләй баш тарта.

Йәш кешенең ата-әсәһе ғауға сәбәпсеһенең Кирилл түгел икәнлеген раҫларға ла әҙер. 11 йыл профессиональ спорт менән шөғөлләнгән йәш кеше кире эмоцияларын күнекмәләрҙә сығарырға тырышҡан.

Был ваҡиғаның айышына хәҙер полиция хеҙмәте төшөнөргә тейеш.

Илсур Шәмсиевтың ғәйебе раҫланһа, уны 10 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары бар. Ә Кирилл Хәмиҙуллиндың дауаханан ҡасан сығасағы билдәһеҙ. Башы яраланған йәш кешенең сәләмәтлеген яҡшыртыуға кәм тигәндә лә бер йыл кәрәк. Хәмиҙуллиндарҙың төп теләге – енәйәтсене яуапҡа тарттырыу.