Махсус хәрби операция ветераны үҙ ихатаһында шәхси музей асҡан

Махсус хәрби операция ветераны үҙ ихатаһында шәхси музей асҡан

Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе экспонаттарҙың байтағын яу яланынан алып ҡайта. Улар араһында боронғо әйберҙәр ҙә бар.

Был телефонды Фәрит Миһрановҡа хәрби хеҙмәтен тамамлап пенсияға сыҡҡанда иҫтәлеккә бүләк итәләр. Унан тыш бында нимә генә юҡ: Ленин бюстынан башлап ҡымыҙ йә айран һаҡлай торған һауытҡа тиклем.

Ул шәхси музейы экспонаттары тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Был музейыҙы эшләү уйы Фәрит Абдрахман улына бер нисә йыл элек килә. Был хоббины ауырыу менән дә сағыштырырға була тип шаярта ул.

Бында хатта Махсус хәрби операция биләмәһенэн алып ҡайтҡан карта ла бар. Беҙҙең яугирҙар менән дошман араһында күпме арауыҡ икәнен яттан белә ул, сөнки үҙ һалдаттарына дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк.

Командир батальондағы һәр бер яугиры өсөн йән бирерҙәй булып ҡайғырып тора.

Фәрит Абдрахман улы 30 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай, шунлыҡтан да был тармаҡтың бөтә нескәлектәре менән яҡшы таныш.

Фәрит Миһранов Махсус хәрби операция биләмәһендә бер йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Барырға теләгем бик ҙур ине, ғаиләм дә ҡаршы төшмәне ти ветеран.

Фәрит Миһранов Махсус хәрби операцияла «Башҡортостан» полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальоны командиры булып хеҙмәт итә. Әле иһә йәштәргә яу яланында булған хәлдәр тураһында бәйән итә, патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары ла уның эргәһенә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә.

Фәрит Миһрановтың маҡсаттары изге: беҙҙең заманаға хас булған әйберҙәрҙе һаҡлап киләсәк быуынға тапшырырға, йәштәрҙе дөрөҫ юҫыҡта, илебеҙгә, атайсалыбыҙға мөхәббәт һәм ихтирам тәрбиәләү.