Баҡалы – Туймазы юлында Лада һәм Киа Спортейдж автомобилдәре бәрелешә. Юл-транспорт фажиғәһендә Рәсәй автомобилендәге 36 йәшлек ҡатын һәм 1 йәшлек балаһы һәләк була. Икенсе машина водителен сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителә. Ул дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы етәксеһе сыҡҡан. Тикшереү республика прокуратураһы күҙәтеүенә алынған.
Башҡортостан полицияһы бөгөн Баҡалы районында булған авария сәбәптәрен асыҡлай
Башҡортостан полицияһы бөгөн Баҡалы районында булған авария сәбәптәрен асыҡлай