Махсус хәрби операцияла яраланған, йәрәхәт йә контузия алған яугирҙарға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты.
Хәҙер ул 4 миллион һумға тиң. Ошо туралағы Указға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, әгәр хәрби 2022 йылдың 24 февраленән Указ үҙ көсөнә ингән ваҡытҡа тиклем яраланған икән, берҙәм түләү уға Ватанды һаҡлаусылар фонды тарафынан бүленә.






