Бөгөн Өфө мәктәбенән меңдән ашыу кеше эвакуацияланды

Бөгөн Өфө мәктәбенән меңдән ашыу кеше эвакуацияланды

Өфөнөң 35 мәғариф үҙәгенән 1 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм 70 хеҙмәткәр эвакуацияланды. Бында юғары ранг менән янғын һүндереүселәр һәм башҡа хеҙмәттәр килеп етте. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе һәм икенсе ҡат араһында электр сымдары иреп, төтөн таралған. Янғын сыҡмаған, зыян күреүселәр юҡ. Белем усағында янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәр асыҡанған. Яуаплы кешеләргә ҡарата саралар күреләсәк тип хәбәр итәләр ведомствонан