Башҡортостанда 40-тан ашыу районы хакимәттәрендә яңы башлыҡтар

Башҡортостанда 40-тан ашыу районы хакимәттәрендә яңы башлыҡтар

Яҡын арала улар менән ҙур кәңәшмә үтәсәк. Ошо турала Радий Хәбиров белдерҙе. Һайланған башлыҡтар араһынан 5 етәксе быға тиклем муниципаль кимәлдә эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил бурыстарын башҡарған. Тап шуға Радий Фәрит улы төбәктә бизнес-шериф институттарын үҫтереү яҡлы.

Кәңәшмә һуңғы осорҙа тәүге тапҡыр видеобәйләнеш аша уҙҙы. Уның сәбәбе лә бар. Республика башлығы был көндәрҙә Мәскәүҙә, федераль кимәлдәге “Транспорт аҙналығы” форумында ҡатнаша. Көн тәртибендәге мәсьәләләрҙең барыһы ла көнүҙәк. Мәҫәлән, “Башҡорт ихаталары” программаһы. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, проект район үҙәктәренең биҙәлешен үҙгәртә, үҙәктән алыҫ йәшәүселәрҙең тормош кимәлен яҡшырта.