Башҡортостанда инвалидтарға ярҙам саралары арттырыла

Башҡортостанда инвалидтарға ярҙам саралары арттырыла

Сәләмәтлеге сикләнгән граждандарҙы яҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр байтаҡ.

Республикала 250 мең инвалдид барлығын иҫәпкә алғанда, уларҙы социаль адаптациялау беренсе урында. Уҙып барған йыл республикала тап ошо йүнәлешкә иғтибарҙы арттырыу мөмкинлеген дә бирҙе. Ә 2025-се йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителәсәк. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡала яны баҡсаларына юлдарҙы төҙөкләндереү, райондарҙа спорт обьекттарын файҙаланыуға тапшырыу хаҡында ла айырым әйтелде.