Өфөлә «Рәсәй Zа самбо» форумы үтте

Өфөлә «Рәсәй Zа самбо» форумы үтте

Спорт ярыштары Ватанды һаҡлаусылар хәтеренә бағышланды. Сарала юғары ҡунаҡтар – Алтай, Донецк етәкселәре ҡатнашты. Форум майҙансығында эшлекле осрашыуҙар ҙа үтте.

Йөҙҙән ашыу самбосы көрәш Һарайында ант бирҙе. Республиканың баш ҡалаһында илдең төрлө төбәктәренән килгән йәш спортсыларҙы «Zвезда» Бөтә Рәсәй ярыштары берләштерҙе.

Турнир Махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арналған. Республикалағы популяр спорт төрҙәренең береһе үҙендә көрәш һәм үҙ-үҙеңде яҡлау элементтарын берләштерә. Был көрәш төрө генә түгел, ә йәш спортсыларҙа көслө сифаттар — сыҙамлыҡ, аҡыллылыҡ һәм тиҙлекте үҫтергән тәрбиә системаһы.

Көрәш һарайында шулай уҡ «Рәсәй Zа Самбо» форумының пленар ултырышы үтте. Ҡатнашыусылар республикала был спорт төрөн үҫтереүҙе тикшерҙе һәм көрәш төрҙәрен уҡыу йорттарында физкультура дәрестәренә индереү мөмкинлеген ҡараны.

Был көндө төбәк етәксеһе Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак менән артабанғы хеҙмәттәшлек пландарын тикшерҙе. Өфө менән Таулы Алтай араһында тура авиабәйләнеш булдырыу көн тәртибендәге тәүге мәсьәләләрҙең береһе. Шулай уҡ яҡтар сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Республика менән идара Итеү Үҙәгендә Алтай делегацияһы вәкилдәренә ведомство-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм проблемалы мәсьәләләрҙе тиҙ-арала хәл итеү тураһында һөйләнеләр. Планда артабан да АЛТАЙҒА туристар ағымын арттырыу һәм медицинаны үҫтереүҙә ярҙам итеү.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Андрей Турчакты «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты буйынса төҙөлгән республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эше менән таныштырҙә. Ике республиканың медицина өсөн яуаплы министрлыҡтары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Андрей Турчак билдәләүенсә, бөгөн Алтайҙа Башҡортостан табиптарының өсөнсө бригадаһы эшләй.

Төбәк башлыҡтары Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында ла булды. Радий Хәбиров менән Андрей Турчак уҡыу лабораторияларын ҡараны, шулай уҡ уҡытыусылар һәм студенттар менән аралашты. Билдәләп үтергә кәрәк, урта махсус уҡыу йортонда оҫтаханалар «Мәғариф» милли проектының «йәш һөнәр эйәләре» программаһы ярҙамында булдырылған.

Андрей Турчак әйтеүенсә, ул Өфөнөң барлыҡ иҫтәлекле урындарынан тәү сиратта Совет майҙанында булырға теләгән. Унда Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

Был көндө Көрәш Һарайы биләмәһенән Башҡортостандан мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр өсөн адреслы ярҙам менән 138-се гуманитар конвой оҙатылды. Йөк составына 14 автомобиль, ағас материалдары, күсмә мунсалар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш ҡоралдары һәм башҡа крәк-яраҡтар инде.