Өфөлә башкавдивизия скверы яңыртылды

Өфөлә башкавдивизия скверы яңыртылды

Дим биҫтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яңыртылған скверы асылды. Бында төҙөлөш эштәре ай ярым дауам иткән.

Элекке Комсомол скверында яңы плитка түшәлгән, тратуарҙарға асфальт һалынған, яңы эскәмйәләр ҡуйылған. Советтар союзы геройы Иван Рыбалконың бюсы яңыртылған, һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә яңы мемориал ҡуйылған. Шулай уҡ быға тиклем ярты быуат элек 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары инициативаһы менән ҡуйылған үҙәк стелла реконструкцияланған. Биш мең квадрат метр майҙанды биләгән ял урынын төҙөкләндереү ҡала бюджетына 38 миллион һумға төшкән.

Сара сиктәрендә мәктәп уҡыусыларын йәш шайморатовсылар рәтенә алыу тантанаһы ла үтте. Уларҙың сафын Өфөнөң легендар комдив исемен йөрөткән 104-се мәктәп уҡыусылары тулыландырҙы. Балаларҙы ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡотланы. Сараның почетлы ҡунаҡтары араһында Миңлеғәле Шайморатовтың вариҫтары ла бар ине.