Ҡышлауға әҙерлек –яуаплы һәм мөһим эш. Бал ҡорттары өсөн иң ҡатмарлы мәлде еңеләйтеү, ҡорттарҙың һәләк булыуын иҫкәртеү, киләһе яҙға тиклем күстең көсөн һаҡлау умартасының төп хәстәре.
Ҡышҡылыҡҡа етерлек бал запасы ҡалдырыу ғына әҙ. Бал ҡорттары ҡышты яҡшы сыҡһын өсөн бихисап эштәр атҡарырға кәрәк, ти Әфғәт Хәлитов. Быйылғы йәй үҙенсәлекле килде. Йүкә балының булмауы ҡорттарҙы ҡышлауға әҙерләүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған.
Йүкә балы ҡатмай, ойомай. Күс бындай бал менән яҡшы ҡышлай һәм көсө лә һаҡлана. Быйылғы миҙгел ҡортсоларҙан айырыуса оҫталыҡ һәм егәрлелек талап итә ти, Әфғәт ағай.
Ҡорттар ҡышлауҙан сығыуға нуклеустар әҙерләп ҡуя Әфғәт Хәлитов. Бал миҙгелен уңышлы башлап ебәреү өсөн был бик уңайлы, ти тәжрибәле умартасы.
Хужалыҡтағы 200-ләгән күс ҡышлау өсөн махсус йортҡа урынлаштырыла. Әйткәндәй, беҙ килгәндә ҡортсолар урамда торған аҙаҡҡы дадандарҙы индереп, эштәрен теүәлләп йәрәй ине.
Һәр бер тере йәнгә саф һауа кәрәк. Умарта баҙында ҡыш буйы таҙа һауа һәм тейешле температураны һаҡлау өсөн бер нисә торба эшләнгән.
Түмәр умарталағы ҡорттар ҙа хужаның иғтибарын талап итә. Бындай умарталар Әфғәт ағайҙың хужалығында 25-тирәһе. Быйыл йүкә балы булмағас барыһына ла ҡорт ултыртылмаған. Бер-нисәһе буш тора.
Ҡышын солоҡтарҙы ҡыр йәнлектәре туҙҙырырға ярата. Тумыртҡа, һыуһарҙан һаҡлау саралары күрелә. Быйыл тайыштабандар умарталыҡтарға яҡын килгәне юҡ, башҡа аҙыҡ етәрлек булғандыр тигән фекерҙә хужа.
Йәйгелеккә эште еңеләйтеп рамдарҙы ҡышын әҙерләй умартасылар. Бына шулай хужа ла ҡорттар ҙа ҡышын йоҡламай. Күскә тупланып үҙҙәрен йылыта, йәшәргә тырыша. Башҡорт тоҡомло ҡорттар, ғәҙәттә ҡышҡы һалҡындарға сыҙам. Иң мөһиме иммунитеттары ныҡ булһын. Ә апрель ҡояшы йылмайыу менән умартасы йәнә үҙ мәшәғәттәренә сумыр.






