Был турала Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән “Рәсәй Транспорты” халыҡ-ара форумында һөйләшеп килеште. Күргәҙмәлә Башҡортостан бер нисә проект тәҡдим итте.
Сарала Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы эшләй. Төбәк стендында Башҡортостан хөкүмәте һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәре федераль ведомстволар һәм юл компаниялары менән һөйләшеү уҙғара. Форум сиктәрендә 300-ҙән ашыу белгес ҡатнашлығында 30-ған эшлекле осрашыу ҡаралған.
Форумдың төп темаһы – “Һөҙөмтәле транспорт системаһы. Төп элементтар.” Власть вәкилдәре һәм тармаҡ белгестәре көнүҙәк проблемалар һәм яңы проекттар буйынса фекер алыша, шул иҫәптән Рәсәй Президенты тәҡдим иткән һуңғы башланғыстар. Мәҫәлән, илдәге тиҙ йөрөй торған модель үҫеше, транспорт хеҙмәтләндереүендә именлекте тәьмин итеү, Рәсәй транспорты бойондороҡһоҙлоғон нығытыу механизмдары.
Башҡортостан аша үткән федераль юлдың “Дүртөйлө-Әсет өлөшө быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Автодор” дәүләт компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Екатеринбургҡа тиклем һуҙылған М-12 федераль трассаһының тиҙлекле дауамы була. Яңы юл “Рәсәй” тигән транспорт маршрутына инә һәм Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үтә.
Йыл һайын форумға 4 мең самаһы ҡатнашыусы килә, ә күргәҙмәне 10 меңдән ашыу кеше ҡарай. Бында транспорт компанияларынан алдынғы 125 ойошма проектары менән таныштыра. Ә үҙәктә берҙәм мөһим проекттар урын ала. Улар Рәсәй транспортының киләсәген, ил иҡтисадының милли үҫешен билдәләй.






