Өфөлә инсультты күҙәтеү үҙәге эш башланы

Өфөлә инсультты күҙәтеү үҙәге эш башланы

Был Рәсәйҙәге тәүге ошондай учреждение. Ул Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында урынлашҡан. Табиптар төркөмө мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуға бәйле һәр ашығыс саҡырыу буйынса тиҙ арала консультацион ярҙам күрһәтә.

Шамил Нәҙерғолов тренер күҙәтеүендә махсус күнекмәләр эшләй. Уның аяҡҡа баҫыуына әле бер нисә генә көн. Октябрь айында Дим биҫтәһендә үҙ йортонда ул инсульт кисерә. Ашығыс ярҙам 1 сәғәткә һуңлаған булһа мин һеҙҙең янда ултырмаҫ инем ти дауаланыусы.

Ашығыс ярҙам бригадаһы Шамил Закир улының хәлен диспетчерҙарға еткергәс тә уны ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына килтерәләр һәм һанаулы минуттар эсендә ир тәжрибәле белгестәр ҡулында була.

Тап ошо үҙәккә инсульт кисергән пациенттар буйынса шылтыратыуҙар килә. Тиҙ арала пациенттың хәленә бәйле тикшереүҙәр махсус программаға индерелә. Мәҫәлән ошо көндәрҙә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы бер ҡатынды ҡабул итә, бындағы технологиялар ярҙамында уның баш мейеһенә тиҙ арала операция эшләргә кәрәк икәнлдеге асыҡлана.

Инсультты мониторингалау үҙәге буш урында ғына барлыҡҡа килмәй. Был йөрәк-ҡан тамырғҙары сирҙәрен асыҡлауҙа һәм дөрөҫ дауалауҙа хаталарҙы иҫкәртеү мөмкинлеген бирә. Сөнки пациенттың хәлен тиҙ арала баһалау ҡатмарлы процедура.

Был үҙәктә заман технологиялары ҡулланыла. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларындағы ауырыуҙарға компьютерлы тамография эшләгәндән һуң уның һөҙөмтәһе бында компьютерҙа сағыла. Һәм артабан бындағы белгестәр урындағы табиптарға нимә эшләргә икәнлеген кәңәш итә.

Был үҙәкте булдырыу башланғысы 4 йыл элек барлыҡҡа килә һәм әлеге ваҡытта ул һөҙөмтәле эшләһен өсөн айырым белгестәр әҙерләнә.

Үҙәктәге эш теүәл системаға һалынған. Бында тәүлек әйләнәһенә 5 табип даими дежурҙа.

Инсульт үҙәге ноябрь башында ғына асылыуға ҡарамаҫтан бында 30-ҙан ашыу пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар. Мейегә ҡан һауыу киң таралған сирҙәрҙең береһе, уға бәйле үлем осраҡтары йылдан йыл арта. Шуға ла табиптар инсультты иҫәкртеү саралрын алдан хәстәрләргә кәңәш итә.