Благовещенда автобус ауған

Благовещенда автобус ауған

Дәүләт автоинспекцияһы Благовещен районында рейс автобусы ҡатнашлығындағы авария сәбәптәрен асыҡлай.

Юл фажиғәһе бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфө — Яңауыл автомобиль юлының 34-се саҡрымында теркәлә. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, «Паз Вектор» автобусы Благовещен яғына китеп барғанда юлдан сығып ауа. Автобус салонында 16 пассажир булған, ике ҡатын-ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. Руль артында 34 йәшлек водитель булғаны билдәле.