Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда мөһим килешеүҙәр раҫланды

Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда мөһим килешеүҙәр раҫланды

Форумдың беренсе көнөндә Башҡортостан 2 түләүле күпер төҙөлөшө, федераль трассаларҙы киңәйтеү һәм яңы авиабәйләнештәр хаҡында килеште.

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының “Транспорт аҙналығы”ндағы эш графигы тығыҙ: осрашыуҙар, килешеүҙәр, фекер алышыу майҙансыҡтарында дискуссиялар. Мөһим һөҙөмтәләрҙән Өфөлә яңы күпер төҙөлөшө хаҡында ниәттәр хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Уларҙың береһе Өфөнөң Дим микрорайоны менән Нижегородка биҫтәһен тоташтырасаҡ. “Ростех” компанияһы менән һөйләшеүҙәр барышында Башҡортостанда яңы сәнәғәт линиялары, келәттәр һәм социаль объекттар төҙөлөшө тураһында ла һүҙ барҙы.

Төбәк-ара авиабәйләнештәр мәсьәләһе лә күтәрелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика етәкселегенең төп маҡсаты – Өфө һәм Рәсәй ҡалалары араһында, шулай уҡ сит илдәр менән бәйләнештәрҙе үҫтереү.

Башҡортостан күргәҙмәһе губернаторҙар, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре һәм компания вәкилдәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл файҙаланыуға тапшырылған илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы, баш ҡалоаның көнъяҡ ҡапҡаһы, Интернационал урамы янында сафҡа индереләсәк күпер кеүек проекттар урын алған унда.

Радий Хәбиров ВодоходЪ компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Һөйләшеү барышында ойошманың Өфөлә катерҙар менән халыҡты Ағиҙел буйлап йөрөтөү проекты өйрәнелде. Компания ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн электр судноларында экскурсиялар тәҡдим итә. Ул киләһе йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ тип килешелде.