Стәрлебаштағы берҙән-бер бассейн төҙөкләндерелгәндән һуң йәнә ишектәрен асты

Стәрлебаштағы берҙән-бер бассейн төҙөкләндерелгәндән һуң йәнә ишектәрен асты

Авария хәлендәге объектҡа ремонт талап ителеүе хаҡында мөрәжәғәт былтыр Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында еткерелгәйне. Бер йыл тигәндә финанстар табып ремонт эштәрен тамамлап та ҡуйҙылар.

13 йәшлек Яна Мурзина йөҙөү менә 5 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ул хәҙер үҙенең томошон йөҙөү спортынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Һигеҙ йөҙ метр араны 7-се класс уҡыусыһы 13 минутта үтә. Был уның шәхси рекорды һәм һуңғы район-ара ярыштарҙағы һөҙөмтәһе. Әммә былтыр, бассейн ябылыу сәбәпле, уғы бер йыл самаһы ваҡытҡа яратҡан шөғөлөн ҡалдырып торорға тура килгән.

Спорт һауыҡтырыу комплексы асылғандан бирле бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. Райондың үҙ көсө менән төҙөкләндереү мөмкинлеге булмағанлыҡтан учреждение директоры Илдар Моратов республика башлығына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

Проблеманы хәл итеү менән Стәрлебаш районы хакимиәте лә шөғөлләнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бассейн кәсәһенә капиталь ремонт үткәреүгә проект-смета документацияһы әҙерләнә. Финанс ярҙам күрһәтеүҙе һорап хатты төрлө инстанцияларға юллайҙар.

Тура бәйләнешкә видеомөрәжәғәт ебәргәндән һуң боҙ урынынан ҡуҙғала. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәсьәләне хәл итеү юлы ла табыла. Финанс сығанаҡтар билдәләнеп бинаға экспертиза үткәрелә.

Проектты әҙерләгән ваҡытта бассейндың һыу менән тьәмин итеү системаһын да яңыртыу кәрәклеге асыҡлана.

Үҙгәрештәр сисенеү бүлмәләрендә лә башҡарыла. Яңы душ системалары һәм уңайлы шарртар булдырыла.

Иң мөһиме бар нәмәнең яңы булыуында түгел, элек йылы һыу барыһына ла етмәһә, хәҙер ул бер туҡтауһыҙ аға.

Стәрле спорт һауыҡтырыу комплексының бассейны районда берҙән-бер ошондай объект. Шуға күрә бында йөрөүселәр һаны күп ти тренер, бигрәк тә йөҙөү менән шөғөлләнгән балалар өсөн яңыртылған бассейндың асылыуы ҙур ҡыуаныс.

Яна Мурзина һымаҡ йөҙөү менән шөғөлләнгән балалар өсөн, үҙ алдына яңы еңеүҙәргә маҡсат ҡуйып үҙешергә хәҙер бөттә шарттарҙа бар.