Халыҡҡа яңы ял итеү урыны

Халыҡҡа яңы ял итеү урыны

Өфө районы Осоргино ауылында яңы парк барлыҡҡа килә. Бында балалар өсөн дә, өлкән йәштәгеләргә лә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында.

4 йәшлек Артем Килмәтов әсәһе һәм күрше апайы менән саф һауала йөрөргә ярата. Уның тыумыштан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән. Был парк минең балам өсөн бик уңайлы, сөнки бында шыумай торған резина япма йәйелгән ти Артемдың әсәһе.

Хәрәкәттә бәрәкәт. Екатерина Костина күптән спорт менән шөғөлләнә. Был парктағы махсус тренажерҙарҙың булыуы минең кеүектәр өсөн бик уңай, сөнки саф һауала шөғөлләнеү айырыуса һөҙөмтәле ти Екатерина.

Парк биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға бағышланған һәйкәл был ауылда тыуып үҫкән Николай Ивановҡа айырыуса яҡын. Уның оталатаһы 1942-се йылда яу яланында ятып ҡала, атаһы Павел Петрович локаль бәрелештәр ваҡытында һәләк була. Уларҙың исемдәре бындағы ташҡа аҡ хәрефтәр менән уйылып яҙылған.

Паркты булдырыу уйы бында йәшәүселәрҙең күптәнге хыялы була, 2019-сы йылда был башланғыс менән улар Өфө районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән уны «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһына индереп төҙөкләндереү эшен башлайҙар.

Был программа сиктәрендә быйыл ғына Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Күпселек муниципалитеттарҙа эштәр тамамланған да инде.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә киләһе йылда 94 биләмә тәртипкә килтереү күҙаллана.

Нурия Ғилмуллина, Азамат Әхмәҙишин, Марат Истәмғалин, Зарема Хисмәтуллина, хәбәрҙә Башҡортостан.