Радий Хәбиров Өфөлә үтәсәк «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәктәре форумында ике дәүләттең Президенттары ҡатнашасағы хаҡында иғлан итте. Был турала Республика Башлығы матбуғат конференцияһында белдерҙе.
Форумда 400-ҙән ашыу рәсми ҡунаҡтар ҡатнашырға теләк белдергән, улар иҫәбендә илдең 25 төбәгенән делегациялар бар, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Форумда бик ҙур эшлекле программа ҡаралған — Рәсәй менән Ҡаҙағстандың дәүләт органдары вәкилдәре араһында юғары кимәлдә һөйләшеүҙәр ойошторола. Ике ил президенттары пленар ултырышҡа онлайн-форматта ҡушыла, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Мәскәүҙә шулай уҡ Башҡортостандан уҡырға килгән студенттар менән осрашты. Радий Хәбиров йәштәргә тыуған республикаға ҡайтып эшләү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Төбәк етәкселегенең йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.






