Кузнецов Затонындә йәшәүселәр юл проблемаһын үҙ ҡулына алған

Кузнецов Затонындә йәшәүселәр юл проблемаһын үҙ ҡулына алған

Биҫтәлә йәшәүселәр өсөн юлдар мәсьәләһе иң ҡатмарлы һәм көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып ҡала. Әммә был юлы һүҙ Пугачев урамы реконструкцияһы тураһында түгел. Биҫтәнең Геофизиктар урамында йәшәүселәр урындағы властарҙың юлдарҙы тәртипкә килтереүҙәрен көтөп тормай, был эшкә үҙҙәре дәррәү тотонған. Башланғыста әүҙемселәргә республикала уңышлы эшләп килгән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙам иткән. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында.

Ильдар ғына түгел, ҡыш етеүен бында бөтә йорт хужалары ла көтә. Ҡар яуып туңдырһа, соҡорҙар ҙа тигеҙләнер, батҡаҡ та булмаҫ ине, ти улар. Әлегә Геофизиктар урамының был өлөшөн урындағылар урап үтергә тырыша.

Кузнецов биҫтәһенә күсеп килгәндә бында юлдар бөтөнләй юҡ ине, тип хәтерләй йорт хужалары. Йылдар үтеү менән хәл бер ни тиклем үҙгәргән, милекселәр биләмәне һыуҙан һаҡлап, үҙ көстәре менән юлдарҙы күтәрткән, ҡырсын түшәп тигеҙләгән, әммә был саралар ваҡытлыса ғына булған.

Урам юлын төҙөкләндереүҙә был биләмә халҡына урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамға килгән.

Үткән йыл урындағы халыҡ ошо уҡ программа буйынса Карабельная урамынан Испытателей урамына тиклемге юлды яңыртҡан. Программа сиктәрендә ике йөҙ метрлыҡ ташландыҡ юлға асфальт түшәме һалынған. Хәҙер сират юлдың был яҡ өлөшөнә.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар 1,2 миллион һумға тиклем республика финанслауын алыу мөмкинлегенә эйә. Был программала йыл да ҡатнашырға мөмкин. Әммә проектҡа үтерлек балдар йыйыу өсөн бер-нисә шартты үтәү мөһим.

Кузнецов биҫтәһенә ҡараған был биләмәлә меңдән ашыу кеше йәшәй. Төп урамдан көн һайын йөҙләгән автомобиль үтә, йәйәүлеләр ҙә ошо уҡ маршрут буйынса ҡалаға юллана. Берҙе ППМИ программаһында ҡатнашып, республика ярҙамын тойған халыҡ хәҙер мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, ҡалған юлды яңыртыуға ла дәррәү тотонған. Уларҙың миҫалында күрше урам халҡы ла юлдарын төҙөкләндерә алған. АЗ, МИ, ХБ.