Өфөлә “Мәхмүтов уҡыуҙары” үтте

Өфөлә “Мәхмүтов уҡыуҙары” үтте

Ғилми-ғәмәли конференция йәмәғәт фәндәренең 300-ҙән ашыу вәкилен йыйҙы.

Улар иҫәбендә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһы студенттары ла бар. Сарала ҡатнашыусылар социаль-иҡтисади үҫеш, дәүләт идараһы, шулай уҡ йәмғиәтте һанлы системаға яраҡлаштырыу үҙенсәлектәре тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әнәс Мәхмүтов — күренекле ғалим, Башҡортостан иҡтисадсылары мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уның етәкселегендә төбәкте үҫтереүҙең социаль-иҡтисади стратегиялары әҙерләнә.