Башҡортостанда 26 градусҡа тиклем һыуыта

Башҡортостанда 26 градусҡа тиклем һыуыта

Синоптиктар ноябрь айының йылы көндәре күпме дауам итәсәге хаҡында хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, айҙың һуңғы ун көнө емшеү торасаҡ, шулай ҙа төндәрен һыуыта. Ә бына ҡыштың беренсе айы – декабрҙең тәүге көндәренән кинәт һыуыта. Мәҫәлән, икенсе декабрҙә синоптиктар минус 9 вәғәҙәләй. Аҙна аҙағына иһә һауа температураһы 21-гә, ә төндә 26 градусҡа тиклем төшәсәк.