Бөгөн иртән Өфөлә Ҡариҙел йылғаһы аша үтеп барғанда бер ҡатын боҙ аҫтына китте

Тулыраҡ: Бөгөн иртән Өфөлә Ҡариҙел йылғаһы аша үтеп барғанда бер ҡатын боҙ аҫтына китте

Бөгөн иртән Өфөлә Ҡариҙел йылғаһы аша үтеп барғанда бер ҡатын боҙ аҫтына китте.

Ҡатын юғалып ҡалмай, ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Бәхеткә, уны ҡотҡарып өлгөрәләр. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөгәндә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Ҙур йылғаларҙа боҙға төшөү бигерәк ҡурҡыныс.