Аграр университеттар уҡытыусылары һәм ректорҙары үҙ-ара көслөнө асыҡлай

Тулыраҡ: Аграр университеттар уҡытыусылары һәм ректорҙары үҙ-ара көслөнө асыҡлай

Аграр университеттар уҡытыусылары һәм ректорҙары үҙ-ара көслөнө асыҡлай.

Өфөлә Рәсәйҙең ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттарының спартакиадаһы үтә. Студенттарҙың каникулы ваҡытында Башҡорт дәүләт аграр университет нигеҙендә илдең 25 төбәгенән профессорҙар һәм доценттар йыйылды. Һәр командаға 30-ған кеше инә. Бындай сара илдә 8-се тапҡыр уҙғарыла, ә Башҡортостанда икенсегә ойошторола. Уҡытыусылар мини-футбол, волейбол, йөҙөү, шахмат, өҫтәл теннисы һәм мылтыҡтан атыуҙа көслөләрҙе асыҡлай. Алдынғы уҡыу йорто аҙна аҙағында билдәләнәсәк.