Өфө эшҡыуарҙары Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ташламалар тәҡдим итә

Өфө эшҡыуарҙары Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ташламалар тәҡдим итә

Бөҙрәхана, автосервис, магазин, ашханалар араһында яугирҙәр өсөн бөтөнләй бушлай хеҙмәт күрһәтеүселәр ҙә бар. «Хруст» позывнойлы яугир Зөлфиә менән махсус операция зонаһында саҡта таныша. Әле ул яраланып тыуған яғына ҡайтҡан. Бер ыңғай дуҫ-иштәремдең, шул иҫәптән Зөлфиәнең дә хәлен белеп өҫ-башты тәртипкә килтерергә булдым, ти һалдат.

Үҙенең шәхси бөҙрәханаһында Зөлфиә Мостафина яугирҙарҙың һәр ҡайһыһын яҡын туғанылай ҡабул итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып ул өс тапҡыр яу яланында була. Херсон өлкәһендә саҡта иптәш ҡыҙы менән 20 сәғәт эсендә тотош рота һалдаттарының сәсен тәртипкә килтерергә өлгәштек, тип хәтерләй ул.

Бындай акция барбершопта 2022 йылдан алып ғәмәлдә. Махсус хәрби операция урынына барып ҡайтҡандан һуң да изге эште дауам иттем, ти Зөлфиә. Хатта бөҙрәхананың бер мөйөшөн Шайморатов стилендә биҙәгән ул.

Автосервис хужаһы Радик Сәрүәров та был изге эштән ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ғына түгел, ә уларҙың ҡатындары, балаларына ла ташлама яһайым, ти эшҡыуар.

Күптән түгел Өфөлә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ташламалар биреү программаһы башланды. Бер-нисә ай эсендә ҡала хакимиәте төрлө ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында 100-гә яҡын килешеү төҙөгән

Был тиҫтәләгән бөҙрәхана, химик таҙартыу пункттары, автосервис, магазин һәм йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары. Шулай уҡ ошо көндәрҙә Ил Президенты ғәриплеккә килтергән яралар өсөн махсус-хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға түләүҙе 4 миллион һумға тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был сумманы «Ватанды һаҡлаусылар Фонды»аша күсерәсәктәр.