Башҡортостан-24 каналында илһөйәрлек телемарофоны үтә

Башҡортостан-24 каналында илһөйәрлек телемарофоны үтә

Беҙ бергә! Ошо исем аҫтында Башҡортостан-24 каналында илһөйәрлек телемарофоны үтә. Иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем Башҡортостан телерадиокомпанияһының барлыҡ майҙансыҡтарында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ эшмәкәрлеге, уларҙың ғаиләләренә йүнәлтелгән ярҙам сраралары яҡтыртыласаҡ. Тура эфирҙа тарихсылар, республика хөкүмәте вәкилдәре, волонтерҙар, блогерҙар, ветерандар ҡатнаша.

Илһөйәрлек тарих аша килә. Беҙ бергә телемарафоны Башҡортостандың тарихи үткәненән башланасаҡ. Тарихты үҙгәртергә, яңынан яҙырға теләүселәр бар, әммә беҙ һәр саҡ дөрөҫлөк яҡлы. Ошо дөрөҫлөктө ата-бабаларыбыҙ яҡлаған һәм ошондай уҡ өлөш бөгөнгө быуын вәкилдәре иңендә тине, телемарафондың беренсе сәғәтен алып барыусылар.

Тура эфирҙа 11 сәғәт барасаҡ “Беҙ бергә” телемарафоны Башҡортостан телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн оло ижади һынау. Сөнки беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бындай форматтағы сараны тәүгә үткәрә. Ә өр-яңы трансформер-студияның мөмкинлектәре киң. Яңылыҡтар хеҙмәте лә эфирға үҙ ваҡытында сығасаҡ.

Марафон барышында махсус хәрби операцияға бәйле бер генә тема ла ситтә ҡалмаясаҡ. Беҙҙең егеттәребеҙҙең батырлыҡтары, уларҙың ғаиләләренә ярҙам, волонтерҙар эшмәкәрлеге.. Тапшырыуҙарҙа барыһы тураһында ла һөйләйәсәкбеҙ, тине « Беҙҙең геройҙар » тапшырыуы алып барыусыһы Закир Шәрипов.

Башҡортостандың милли музейында « Рәсәйҙең яңы төбәктәре » күргәҙмәһе асылғайны. Беҙ бергә телемарафоны сиктәрендә күргәҙмәлә тәҡдим ителгән, илебеҙҙең тарихи төбәктәрендә йәшәгән замандаштарыбыҙ менән яҡындан танышыу, аралашыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

Донъяны фашизмдан һаҡлау өсөн беҙҙең хәрбиҙәребеҙ 20 ирекле подразделение составына берләшкән. Ә тылда уларға яҡташтары, туғандары, ғүмүмән бөтә республика һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. “Беҙ бергә” телемарафонын 25 ноябрь Башҡортостан-24 телеканалында иртәнге 9-ҙан 20-сәғәткә тиклем ҡарай алаһығыҙ.