Башҡортостан полицияһы 2 тонна контрофакт спирт тартып алған

Башҡортостан полицияһы 2 тонна контрофакт спирт тартып алған

Өфөлә полиция спиртлы эсемлек етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнеүсене фашлаған. 45 йәшлек ир был кәсепте киң йәйелдереп бер нисә цех асып өлгөргән. "Алкоголь" операцияһы барышында контрафактлы продукцияны ҡойоу өсөн 6 меңдән ашыу быяла һауыт, пластик баллондарҙа спиртлы шыйыҡса, шешәләрҙе мисәтләү өсөн ҡоролма тейәгән "Газель" машинаһы тотола. Тикшереү барышында өс гараж боксында контрафакт продукция етештереү цехы асыҡлана, ике мең литрҙан ашыу спиртлы шыйыҡса һәм башҡа әйберҙәр тартып алынған. "Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция, тәмәке, никотинлы продукция һәм уларҙы етештереү өсөн сеймал етештереү һәм (йәки) әйләнеше" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.