Өфө ғалимдары карбон полигондары эше менән таныштырҙы

Өфө ғалимдары карбон полигондары эше менән таныштырҙы

Тәбиғәт һағында. Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы биләмәһендә климат һәм углерод эҙен күҙәтеү лабораторияһы эшләй башланы. Бында ғалимдар декарбонизация, йәғни ямғыр яуғандан һуң ерҙә тупланған зарарлы дым газдарын күҙәтә, заводтарҙың тәбиғәткә зыянын кәметеү өҫтөндә эшләй. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы.

Пенетрометр ярҙамында белгестәр тупраҡ тығыҙлығын үлсәй. Был мәғлүмәттәр ярҙамында ғалимдар климат үҙгәрешенең тупраҡҡа тәьҫирен асыҡлай. Бындай карбон полигондары республикалағы төрлө райондарҙа урынлашҡан һәм бер системағаберләштерелгән.

Карбон полигондарында төрлө тикшеренеүҙәр өсөн самолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараты ҡулланыла. Уның ярҙамында билдәле ер биләмәһен камераға төшөрөп ғалимдар артабан участканың цифрлы моделен барлыҡҡа килтерә.

Карбон полигондары Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығының пилот проекты. Ил буйлап барлығы 21 полигон, уларҙың береһе Башҡортостанда урынлашҡан. Ул бер нисә өлөштән тора һәм республикабыҙҙың Өфө, Дәүләкән, Мишкә, Нуриман һәм Салауат райондарын үҙ эсенә ала.

Полигон өлөштәре үҙ сиратында беҙҙең төбәк өсөн хас булған экосистемаларҙы тәшкил итә: урман, дала, һаҙ, эшкәртелгән ерҙәр, тау һәм ағастар үҫкән ауыл хужалығы ерҙәре.

Был карбон полигонында ямғыр яуғандан һуң ерҙә тупланған дымды күҙәтеүҙән башҡа тағы бер мөһим мәсьәләне хәл итә ғалимдар. Тикшеренеүҙәр ярҙамында машина, төрлө завод һәм фабрикаларҙың тәбиғәткә йоғонтоһон күҙәтә һәм зарарлы матдәләрҙе контролдә тоторға ярҙам итә.

Лаборатория йәштәр өсөн дә яҡшы тәжрибә майҙансығы. Ғәзиз Вәлиев полигонда йыйылған материалдарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә.

Артабан бөтә күрһәткестәр геомәғлүмәт системаһына ебәрелә.

Кешелектең тәбиғәткә йоғонтоһо айырым дәүләттәргә генә хас мәсьәлә түгел. Был эште берлектә алып барыу мөһим ти Вуз-ара лаборатория белгестәре... Быйыл Баку ҡалаһында Берләшкән Милләттәр ойошмаһының климат үҙгәреүе буйынса конференцияла ла сығыш яһап башҡаларҙың был тәңгәлдәге тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡандар.

Башҡортостан ғалимдарына экология үҙгәрештәрен өйрәнеү өсөн ВУЗ-ара лабораторияла булдырылған шарттар, алып барылған тикшеренеүҙәрҙең республика һәм Рәсәй биләмәһендә генә түгел, донъя фәненә лә булышлыҡ итә.