Ҡалаға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров 45 миллион һумдан ашыуға башҡарылған эш һөҙөмтәһен тәнҡитләне. Төбәк етәксеһе яңы цех асыуҙа ла ҡатнашты.
Салауат ҡалаһында "Газпром нефтехим Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә "Техник көкөрт етештереү" объекты эш башланы. Ул әүәлге цехтарҙан айырмалы һауаға ташланған бысраҡ матдәләрҙең күләмен 10-11%, ә көкөрт диоксидын 30% кәметергә һәләтле. Яңы объектты асып Радий Хәбировтың уның республика иҡтисадына ыңғай йоғонтоһо бар тип белдерҙе.
Ҡала һәм республика экологияһының таҙалығын һаҡлап алып ҡалыу йүнәлешендә был яңы объекттың асылыуы һуңғы аҙым түгел. Киләсәктә лә был эш дауам итәсәк тип белдерҙе "Газпром нефтехим Салауат" ЯСЙ генераль директоры Евгений Семенько
Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда республикала газ үткәреү һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһы тикшерелде.
Сәфәр маршрутында социаль объекттар ҙа бар ине. Республика Башлығы "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән "Үҙ химия" (Своя химия) тип исемләнгән заман китапханаһы менән танышты. Бында әүҙем рәүештә балалар, әҙәбиәт уҡыу, ял итеү, лекция һәм ижади осрашыуҙар һәм төрлө саралар үткәреү өсөн залдар эшләй. Уларҙың барыһы ла заман технологиялары менән йыһазландырылған.
Китапхананың Орбиталь залы мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эшләнгән. Күҙҙәре насар күргәндәр ошондай төҫлө клавиатура ярҙамында төрлө хәрефтәрҙе бер береһенән айырып компьютерҙа текст йыя ала.
Башҡортостан башлығы китапхана эше менән ҡәнәғәт ҡалды. Ә бына Салауат ҡалаһында Башҡорт ихаталары программаһы буйынса башҡарылған эштәр менән Радий Хәбиров киреһенсә бөтөнләй ҡәнәғәт түгел. Ул Калинин һәм Ленин урамдарында урынлашҡан ихаталарҙы төҙөкләндереңҙе тәнҡитләне һәм эште башҡарыу өсөн республика бюджетынан бүленгән 45 миллион һумдан ашыу аҡсаның ҡайҙа киткәнен тикшерергә ҡушты. Сөнки спорт һәм балалар майҙансыҡтары урынында кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән урын ғына бар, ихатаның яҡынса 70% ҡара ер, хатта ҙур күләүектәр бар. Йәшелләндереүҙән миләш –ҫентелерә генә. Хатта машина ҡуйыу урыны 2 метрға тарайҙы тип белдерҙе урында йәшәүселәр.
Ҡала халҡының яратҡан урыны "Батыр" аллеяһы сағыу төҫтәргә күмелгән. Ул "Заманса ҡала мөхитен булдырыу" милли проекты сиктәрендә 2023-сө йылда төҙөкләндерелә башлай. Әле иһә бында халыҡ өсөн ултырғыстар, төрлө кесе архитектура формалары, асфальт түшәлгән юлдар, йәшел зона, бәләкәстәр өсөн балалар майҙансығы бар. Радий Хәбиров урында халыҡ менән аралашты.






