Учалы районында халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановты иҫкә алдылар

Учалы районында халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановты иҫкә алдылар

Тыуған ауылы Ҡобағошта уның рухына аят уҡылды. Урындағы китапханала Абдулла Афзал улы иҫтәлегенә арналған музей экспозицияһы ойошторолғән. Филармония сәхнәһендә хәйриә концерты үтте. Билеттар һатыуҙан килгән аҡсаны шәхестең хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлткәндәр. Бөтә донъяла башҡорт йыр ижадын танытҡан легендар йырсы Абдулла Солтанов 1928 йылда Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуа. Йыр сәнғәтенә ул әсәһенән өйрәнә. Беренсе тапҡыр сәхнәгә башланғыс кластар уҡытыусыһы алып сыға. Музыкаль белеме булмай, бар ғүмерен ауылда үткәрһә лә, ул Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһай, Германия, Португалия, Польша, Болгария, Румыния, Франция һәм башҡа илдәрҙә гастролдәрҙә була. Уның халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы тамашасыларҙы хайран итә. Абдулла Солтанов үткән йыл август айында 95 йәше тулыр алдынан вафат булды.