Махсус хәрби оперция барышында башҡарма власть органдары вәкилдәре үҙ эшенә яуаплы ҡарарға тейеш. Ошо турала бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, министрҙар эш графигын алдан билдәләргә бурыслы.
Радий Хәбиров Мәскәүҙәге “Транспорт аҙналығы” форумына йомғаҡ яһаны. Конгресс республика өсөн айырым әһәмиәтле. Киләсәктә төбәктең юл, һауа, һыу транспорты системаһына ҡағылышлы мөһим проекттарҙың бойомға ашырылыуына өмөт бар. Мәҫәлән, Дим биҫтәһен Нижегородка менән тоташтырасаҡ күпер. Ул Хөкүмәттең айырым иғтибарына алына.
Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Головановаға етди иҫкәртеү яһап, Салауат ҡалаһы етәксеһе Альберт Моталовтың эшенә “берле” ҡуя. Уның сәбәбе лә бар, Ҡалала йәмәғәт транспорт хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар күҙәтелә, урамдарҙа йәшеллек юҡ. Ә Салауатта махсус программа сиктәрендә яңыртылған ихаталарҙың береһе тейешле талаптарға яуап бирмәй.
Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың береһен ҡаршылай. Өфөлә “Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәктәре хеҙмәттәшлегенең” егерменсе форумы үтәсәк. Был сарала 3 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.






