«Башҡортостан» Дәүләт концерт залында билдәле ҡурайсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Юлай Ҡасимовтың «Заманалар» исемле концерты уҙҙы. Яңы шоу-программа бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Йәш, популяр ҡурайсы. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Юлай Ҡасимовтың «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында дүртенсе тапҡыр концерты үтте. Тамаша боронғо музыка ҡоралы – ҡурайҙың бай тарихына арналды.
Тамаша залына алма төшөрҙәй ҙә урын ҡалмаған. Ҡурай моңон тыңларға бәләкәй генә балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем килгәндәр. Юлай Ҡасимовтың концертын көтөп алып, йыл һайын килеүселәр ҙә байтаҡ.
Хәҙерге заманда мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уға заманса һулыш та индереүсе йәштәрҙең береһе —Юлай Ҡасимов үҙен киләсәге ҙур, һәләтле ҡурайсы итеп танытып өлгөрҙө.
Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы серен үҙе белеп кенә ҡалмай, ул ҡурайҙа уйнау оҫталығын башҡаларға еткереүҙе лә маҡсаты итеп ҡуйған.
Ҡурайсы менән бергә БАШҠОРТОСТАНДЫҢ атҡаҙанған артисы Алена Завьялова ла сығыш яһаны. Артистар башҡорт ҡурайын һәм рус йырын берләштергән бик сағыу тамаша менән халыҡты ҡыуандырҙы.
Бынан тыш концерт программаһында башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Рәфис Сирусин һәм «Мираҫ»йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡатнашты.
Икенсе өлөштә Юлай Ҡасимов тамашасыларға ҡурай моңон заманса эшкәртеүҙә тәҡдим итте. "Заманалар" — башҡорт милли ҡоралы ҡурайҙы, башҡорт тарихын һәм мәҙәниәтен данлаған ҙур тамаша, ти ҡурайсы.
Юлай Ҡасимов тамашасыларҙы яңы премьералары, шул иҫәптән аккордеон-домбрала уйнаған уникаль аранжировкалары менән дә ҡыуандырҙы. Көтөлмәгән дуэттар, бейеүҙәр һәм йырҙар, ҡурай моңонда элекке һәм хәҙерге замандың үрелеше лә тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.






