Илдең 24 төбәгенән 500-ҙән ашыу делегат, сит илдән 200 вәкил йыйылды. Юбилейлы 20-се форумдың эшлекле программаһы бик бай. Унда ике ил төбәктәре һәм төрлө компаниялары араһында килешеүҙәр төҙөләсәк. Күләмле сарала беҙҙең ижади төркөм эшләй. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина форумдың тәүге сәғәттәренән һуңғы хәбәрҙрәҙе еткерегә. Нурия Хәйерле көн! Һүҙ һиңә...
Өфөлә мәктәп уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялағандар.
Ғәҙәттән тыш хәл ҡаланың 5-се лицейында була. Белем усағына шартлатҡыс һалынған тигән хәбәр килә, 1 мең 600 уҡыусы һәм хеҙмәткәр урамға сығарыла. Урынға ашығыс хеҙмәттәр, ҡотҡарыусылар ебәрелә. Шартлатҡыс тураһында мәғлүмәт ялған булыуы асыҡланған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.
Республика халҡы үҙ теләге менән Махсус хәрби операцияла кәрәк буласаҡ һунар ҡоралын тапшыра башлаған. Уны ҡабул итеү буйынса акцияны Рәсәй гвардияһы ойоштора. Бер йылда Башҡортостандан алғы һыҙыҡҡа 160-тан ашыу берәмек атыу ҡоралы оҙатылды. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Шулай уҡ номеры, калибры, сығарылған йылы һәм, әлбиттә, ҡулланыуға рөхсәте мөһим. Ҡоралдарҙы тулыһынса тикшергәндән һуң ғына ҡабул итәләр. Николай Тимофеевтың ҡорал менән эш итеүгә 10 йыллыҡ стажы бар. Элек ул йыш ҡына һунарға йөрөр булған. Махсус хәрби операция биләмәһендә мылтығының файҙаһы тейәсәген ишеткәс тә, бер ни уйлап тормай, уны алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға тапшырырға ҡарар итә. Тап 12 калибрлы шыма уҡлы мылтыҡтар дошман дрондары менән көрәштә иң һөҙөмтәле тип һанала. Константин Тимофеев та стажлы һунарсы. Үҙенең ҡоралын ул шулай уҡ Махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн тапшырырға ҡарар итә. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәгерәк, ти ул. Граждандарҙан ҡорал ҡабул итеү менән Росгвардия шөғөлләнә. Бының өсөн һунар мылтығын тапшырырға теләгән хужаға бары тик ғариза бирергә кәрәк. Барыһы ла бүлексәнең рәсми сайтында онлайн режимда башҡарыла. Бөтә пункттарҙы тултырғандан һуң, анкета Росгвардияның республика буйынса идаралығына, лицензия-рөхсәт биреү эше белгестәренә ебәрелә. Быйыл Башҡортостандан ғына фронтҡа 160-тан ашыу ҡорал оҙатылған. Акция дауам итә һәм үҙенең һунар мылтығын фронт ихтыяждары өсөн бирергә теләгәндәр быны теләгән ваҡытта башҡара ала.
Өфөлә Рәсәй – Ҡаҙағстан форумы эш башланы
Өфөлә Рәсәй – Ҡаҙағстан форумы эш башланы