Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең хеҙмәттәшлек форумы дауам итә. Уның эшлекле программаһын кисә йәштәр форумы асып ебәрҙе. Ике дәүләттең сәнәғәт кооперацияһы төп темаларҙың береһе булды.
“Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында берлектәге сауҙа һәм инфраструктура проекттарын үҫтереү” тип исемләнгән пленар ултырыш форумдың беренсе көнөндәге төп майҙансыҡтарҙың береһе. Форумдың эшлекле программаһы миллиардтарса һумлыҡ килешеүҙәр менән билдәләнә. Мәҫәлән үткән форумда ике ил төбәктәре һәм компаниялар араһында 7 миллиард һумдан ашыуға документтар имзаланған. Башҡортостан өсөн Ҡаҙағстан айырыуса мөһим партнер, тышҡы тауар әйләнеше буйынса ул өсөнсө урында. Икенсенән беҙҙе тарихи-мәҙәни, хатта рухи ептәр бәйләй. Форумдың беренсе көнөндә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре, төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.
Экспорт һәм ғөмүмән иҡдисат өлкәһенең үҫешенә тос өлөш индергән компаниялар өсөн Рәсәйҙә лә, Ҡаҙахстан республикаһында ла төрлө ярҙам саралары эшләп килә. Был өлкәлә ике төбәк тығыҙ мөнәсәбәттә булып, бер-береһенең тәжрибәһе менән бүлешә һәм иң яҡшыларын үҙләштерә. Рәсәй президенты Владимир Путин ҡуйған милли үҫеш маҡсаттарына ирешеү өсөн 2025-се йылда милли проекттарының яңы циклы старт ала.
Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың быуаттар төпкөлөнән килгән дөйөм тарихы бар. Дөйөм мәҙәниәте, йолалары, теле. Былар барыһы ла ике туғандаш республика араһында булған хеҙмәттәшлектең ныҡлы нигеҙе булып тора. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре хеҙмәттәшлек форумын Йәштәрҙең эшлекле осрашыуы асып ебәрҙе. Ҡатнашыусыларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
Йәштәр эшҡыуарлығы ике ил араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә этәргес бирер йүнәлештәрҙең береһе. Тап улар киләсәктә ҙур бизнестың флагмандары буласаҡ. Быға 2025-се йылда старт аласаҡ «Заманса һәм һөҙөмтәле иҡтисад» милли проекты ярҙамға килә.
Ҡурай тартhаң, көй булыр, бүрәнә тартhаң, өй булыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр беҙҙең халыҡта.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Бында баш кейемдәре, милли биҙәүестәр, төрлө төҫлө яулыҡтар, ҡурсаҡтар, шәлдәр күрһәтелгән. Бында теләгән һәр кем килеп оҫталыҡ дәрестәрендә үҙ көсөн һынап ҡараны. Һөнәрленең ҡулы алтын.
Хәбәрсе Көрәш һарайы эргәһендә бешерелгән милли аш-һыу еҫе тирә яҡҡа таралды. Гастрофестиваль сиктәрендә төрлө рекордттар ҙа теркәлде. Тап бында иң ҙур муравейник һәм иң оҙон урама бешерлде.
Башҡорт һәм ҡаҙаҡ туғандаш халыҡтарының изге йән эйәһе тип Ат һанала. Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә улар ҙа үҙ урынын алған. Һәм теләгән һәр кем Иглин районынан килгән Пегас исемле айғырҙа һыбай йөрөй ала.
Шулай уҡ форум сиктәрендә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең ҙур габаритлы машиналар эшләү техникаһының күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының программаһы йылдан –йыл киңәйә һәм үҙенә ике туғандаш төбәктән ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә. Күләмле форумды ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министрлығы сығыш яһай. Форумда 12 тармаҡта 120-нән ашыу сара үткәрелеүе көтөлә.






