Баш ҡаланың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре почет грамоталарына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Йыл дауамында Өфөнөң юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм уларҙың үткәреү барышын яҡтыртҡан журналистарға наградаларҙы ҡала хакимиәте башлығы исеменән мерияның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Тәлғәт Зәйнуллин тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҙә бар.
Йыл дауамында Башҡортостан 24 каналы эфирҙарында ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек, байрам сиктәрендә үткән саралар, Өфөнөң билдәле шәхестәре тураһында тапшырыуҙар сыҡты. Юбилей айҡанлы махсус проекттар ҙа булдырылды. Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә юбилей айҡанлы төҙөлгән объекттар, бойомға ашырылған проекттар тураһында “Минең Өфө -450” тапшырыуы сығарылыштары донъя күрҙе. “Өфө хәбәрҙәре“ тапшырыуы иһә һәр йома үҙ тамашасыһын аҙна дауамында ҡалала үҙған саралар, уға бәйле ваҡиғалар, ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә, матурлауға бар көсөн һалған замандаштарыбыҙ менән таныштыра. Хәҙер “Өфө хәбәрҙәре“ тапшырыуын Рәсәй Башҡортостан каналында шәмбе иртәнге сәғәт һигеҙҙә ҡарарға мөмкин.






