Һәр кем өсөн хәрби йәрәхәттәрҙән һуң физик һаулыҡты ғына түгел, психик сәләмәтлекте ла төҙәтеү өсөн махсус программа әҙерләнә. Медицина университеты клиникаһында һәм республика һуғыш ветерандары госпиталендә һалдаттарға нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында киләһе сюжетта.
Ярсыҡтар менән яраланып, ултырыш нервы зыян күрәгәндән һуң да Дмитрий Косован һуғыш яланынан эвакуация зонаһына тиклем 12 сәғәт шыуышып үҙ позицияһына сыға. Тиҙ арала Воронежда тәүге операция үткәреп, Башҡортостанға ҡайтаралар. Бында ир реабилитация курсы үтә. Ә яуҙаштары янына кире барырмһыңмы тигән һорауға ул ҡыҫҡа яуап бирә.
Был залда аяҡ-ҡул быуындарын эшләтергә ярҙам итәләр. Шул иҫәптән, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәрен дә ҡулланалар. Инструкторҙар әйтеүенсә, пациенттарҙың иғтибары уйынға күскәндә, тән еңелерәк хәрәкәткә килә.
Травманан һуң хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙа стресс ҡаҡшауы йыш күренеш. Күптәр тыныс йоҡоно онота һәм паник атакалары менән ҡаҡшай.. Быларҙың барыһын да психологтар, релаксация бүлмәһе, массаж ярҙамында хәл итәләр... Һәр кем өсөн шәхсән тергеҙеү курсы тәғәйенләнә.
Вестибуляр апаратты эшләтеү өсөн Өфөләге хәрби госпиталдә махсус ҡоҡролма ла бар. Бөтә республикалағы берҙән-бер стабилометрик приборҙа күнекмәләрҙе пациенттар уйын формаһында үтә.
«Смайлик» хәрби ҡушаматлы яугир медицина университеты клиникаһында һаулығын тергеҙә. Снаряд ярсыҡтары уның умыртҡа һөйәгенә һәм эске ағзаларына, күкрәк, бил бүлектәренә зыян килтерә. Яраланғандан һуң бер тәүлек үткәс кенә, яуҙаштары һалдатты һуғыш яланынан алып сыға. Ул 10 операция кисерә.
Клиниканың өҫтөнлөктәре заманса ҡорамалдарҙа ғына түгел, бында яралылар менән юғары квалификациялы кадрҙар эшләй.
Әлеге ваҡытта бында тиҫтәләгән һалдат реабилитация үтә. Әйткәндәй, медицина университеты табиптары махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙе еңеләйтеү юлын да уйлап тапҡандар.
Тергеҙеү курсы ғәҙәттә өс аҙна тирәһе дауам итә. Һуңынан яугирҙарҙың күптәре йәнә алғы һыҙыҡҡа, иптәштәре янына барырға ҡарар итә.






