Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле менән “Хайтарма” Ҡырым-татар коллективының уртаҡ концерты үтте.
“Мираҫ” йыр һәм бөйеү ансамбле солисткаһы Нәзифә Ҡолмөхәмәтова “Эй, гүзәл Ҡырым!” тип аталған Ҡырым татар халыҡ йырын башҡара.Тыуған илде һағыныу йыры был кистә, Өфө сәхнәһендә юҡҡа ғына яңғырамай. Республикала тәүге тапҡыр алыҫ араларҙан килгән, легендар «Хайтарма» ҡырым татар йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай.
Ике республиканың дуҫлығын киңәйтеүгә һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында ойошторолған концерт ҙур мәҙәни ваҡиғаға әүрелде
“Хайтарма” ҡырым-татар ансамбле 85 йыллыҡ тарихы булған профессиональ коллектив. Өфө тамашасыһы хөкөмөнә улар «Ҡырым Татар халыҡ туйы» вокаль-хореография программаһын тәҡдим итте.
Сағыу милли бейеүҙәр һәм йырҙар аша артистар үҙ халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте. Тамашасыларҙы үҙенсәлекле Ҡырым атмосфераһына сумдырыуҙа сәхнә костюмдары ла ҙур роль уйнаны.
Композиция Ҡырым татар туйы тантанаһының айырым мәлдәрен генә түгел, ә ҡыҙҙы димләгәндән алып туй мәжлесенә тиклемге йолаларҙы күрһәтте.
Ике билдәле ансамбльдең берләшеп сығыш яһауы беҙҙең өсөн дә ҙур тәжрибә ти артистар.
Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған «Мираҫ» ансамбленең һәр сығышы тамашасылар өсөн ҙур байрам. Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрендә һәм йырҙарында йолалар сағылышы. Ике коллективтың коллобарацияһы Өфө тамашасыларына ла хуш килде.
Концерт программһын йомғаҡлап «Хайтарма» ансамбле солистарының “Өфө йүкәләре” йырын башҡарыуы айырыуса тулҡынландырғыс хистәр өҫтәне.
Ике билдэле ансамбль якын арала «Ҡазанда үткэн Көнсығыш баҙары» халыҡ-ара төрки һәм көнсығыш халыҡтары милли мәҙәниәте фестивалендэ осраша






