Эшлекле сарала ҡатнашыусыларға уҙған көн ике ил Президенттары мөрәжәғәт итте. Форум сиктәрендә бихисап килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың быуаттар төпкөлөнән килгән дөйөм тарихы бар. Дөйөм мәҙәниәте, йолалары, теле. Былар барыһы ла ике туғандаш республика араһында булған хеҙмәттәшлектең ныҡлы нигеҙе булып тора. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре хеҙмәттәшлек форумын Йәштәрҙең эшлекле осрашыуы асып ебәрҙе. Ҡатнашыусыларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
Йәштәр эшҡыуарлығы ике ил араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә этәргес бирер йүнәлештәрҙең береһе. Тап улар киләсәктә ҙур бизнестың флагмандары буласаҡ. Быға 2025-се йылда старт аласаҡ «Заманса һәм һөҙөмтәле иҡтисад» милли проекты ярҙамға килә. “Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында берлектәге сауҙа һәм инфраструктура проекттарын үҫтереү” тип исемләнгән пленар ултырыш форумдың беренсе көнөндәге төп майҙансыҡтарҙың береһе. Башҡортостан өсөн Ҡаҙағстан айырыуса мөһим партнер, тышҡы тауар әйләнеше буйынса ул өсөнсө урында.
Иҡтисади бәйләнештәргә тос өлөш индергән компаниялар өсөн Рәсәйҙә лә, Ҡаҙахстан республикаһында ла төрлө ярҙам саралары эшләп килә. Был өлкәлә ике төбәк тығыҙ мөнәсәбәттә булып, бер-береһенең тәжрибәһе менән бүлешә һәм иң яҡшыларын үҙләштерә. Рәсәй президенты Владимир Путин ҡуйған милли үҫеш маҡсаттарына ирешеү өсөн 2025-се йылда милли проекттарының яңы циклы старт ала.
Ҡурай тартhаң, көй булыр, бүрәнә тартhаң, өй булыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр беҙҙең халыҡта.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Бында теләгән һәр кем килеп оҫталыҡ дәрестәрендә үҙ көсөн һынап ҡараны. Һөнәрленең ҡулы алтын.
Көрәш һарайы эргәһендә бешерелгән милли аш-һыу еҫе тирә яҡҡа таралды. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ туғандаш халыҡтарының изге йән эйәһе тип Ат һанала. Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә улар ҙа үҙ урынын алған. Һәм теләгән һәр кем Иглин районынан килгән Пегас исемле айғырҙа һыбай йөрөй ала.
Шулай уҡ форум сиктәрендә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең ҙур габаритлы машиналар эшләү техникаһының күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының программаһы йылдан –йыл киңәйә һәм үҙенә ике туғандаш төбәктән ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстан премьер-министры урынбаҫары – хөкүмәт аппараты етәксеһе Галымжан Койшыбаев Республика менән идара итеү үҙәгендә лә булды. Бында аҙна һайын уртаса 5 мең хат эшкәртелә. Каҙағстандың вице-премьерына «Инцидент менеджмент» мәғлүмәт системаһын күрһәттеләр, уның ярҙамында республика халҡынан социаль селтәрҙәргә килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеп тиҙ рәүештә һәм иң мөһиме ваҡытында киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. «ТКО Башҡортостан», «Ташҡын 2.0», «Урманды һаҡлаусы» кеүек мәғлүмәт системалары ҡунаҡтарҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
Шулай уҡ Ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәре Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы менән дә танышты. Ғалимдар ҡунаҡтарҙы лабораториялар менән таныштырҙы.
Был көндәрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстан республикаһында. Форум сиктәрендә ул ҡатнашыусылар менән тура бәйләнешкә сыҡты. Ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыу мөһим тип белдерҙе ил Президенты.
Башҡортостан өсөн Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәктәре форумының Өфөлә үтеүе стартегик әһәмиәткә эйә.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстан форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Аҡтүбә төбәге етәксеһе Әсхәт Шахаров һәм Ҡостанай төбәге етәксеһе Кумар Аҡһаҡалов ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында меморандумдар имзаланы. Омск өлкәһе губернаторы Виталий Хоценко менән эшлекле осрашыуҙа форумдың киләһе рәсәйҙә үтәсәк .... әҙерлек хаҡында айырым һөйләшеү булды. 2026 йылда форумды форумды тап Омск өлкәһе ҡабул итә. Ә киләһе йыл уны Ҡаҙағстан ҡабул итә.