Өфөнән бер төркөм яугирҙәр Махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡты

Өфөнән бер төркөм яугирҙәр Махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡты

Бөгөн Өфө-Арена майҙанынан Махсус хәрби операция биләмәһенә бер төркөм яугирҙәр юлға сыҡты.

Улар ике аҙналыҡ ялдан һуң үҙ частаренә юлланды. Йола буйынса оҙатыу тантанаһы уҙҙы. 50-ләп мобилизацияланған егет ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң хәрби бурыстарын үтәргә юлға сыҡты. Ирҙәрен, атайҙарын, ағайҙарын һәм иптәштәрен оҙатырға яҡындары һәм туғандары килде. Ике аҙна эсендә яугирҙар ғаиләләренә хужалыҡ буйынса ярҙам итергә, ял итергә, туғандары менән күрешеп, артабанғы хеҙмәт өсөн көс тупларға өлгөргән.