Республика бюджеты 4 миллиард дефицит менән ҡабул ителә

Республика бюджеты 4 миллиард дефицит менән ҡабул ителә

Башҡортостан парламентарийҙары беренсе уҡыуҙа 2025 йылға республика бюджетын ҡабул итте.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 15-се ултырышында 50-ләп мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың төп өлөшө республика закондары проекттарын тикшереүгә бәйле. Төп иғтибар бюджет проектына. Киләһе йыл да республика финанс сәйәсәте баланслы булып ҡала, ә бурыс тотороҡлолоғо кимәле юғары, тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе.

2025 йылға һәм 2026-сы, 27-се йылдарҙың планлы осорона Республика ҡаҙнаһы тураһындағы закон проектын төбәк парламентарийҙары ҡарамағына иҡтисад министрлығы тәҡдим итте. Бюджет проектында килемдәр өлөшө яҡынса 324 млрд, тимәк, быйылғы йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа күберәк. Сығымдар өлөшө 328 млрд һум күләмендә булыуы күҙ уңында тотола. Дефицит 4 млрд һум тирәһе. Алдағы йылға тәғәйен республиканың төп финанс документы тулыһынса декабрь айында ҡабул ителәсәк. Бюджет сәйәсәте йәшәү сифатын күтәреүгә, халыҡтың сәләмәтлегенә һәм именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Йәғни, социаль сығымдар бюджеттың 65 процентын тәшкил итәсәк.